Ҡурайсы Азат Айытҡоловтың юбилей кисәһе үтте

Ҡурайсы Азат Айытҡоловтың юбилей кисәһе үтте

“Башҡортостан” дәүләт концерт залында Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Азат Айытҡолов үҙенең юбилей кисәһен уҙғарҙы. Уның үҙенә генә хас моңо, өзләп уйнау алымдары, нескә һәм виртуоз техникаһы, бер һүҙ менән әйткәндә, мәшһүр музыканттарға хас булғанса, ҡабатланмаҫ үҙ ижади йөҙө бар. Ҡайҙа ғына булмаһын, уның сығыштары һәр саҡ алҡыштарға күмелә. Был ҡурайсының оҫталығын, уның тамашасыға туған халҡының сәнғәтен еткерә алыуын таныу ҙа.

Тамашала мәшһүр ҡурайсының ижадташ дуҫтары һәм уҡыусылары ҡатнашты. Улар араһында Рәсүл Ҡарабулатов, Миңлеәхмәт Ғәйнетдинов, Роберт Юлдашев, Рушан Биктимеров, Нурия Басырова, Илшат Ишморатов, Владислав Мортазин һәм Башҡортостандың башҡа сәнғәт оҫталары ла бар.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb