Кисә «Торатау» конгресс-холында танылған ҡурайсы Юлай Касимовтың концерты уҙҙы. Шоу тамашасыны ҡурайҙың тарихы, уның заманса яңғырашы һәм башҡорт халыҡ көйҙәре менән таныштырҙы.
Сәхнәлә шулай уҡ башҡорт эстрадаһының популяр йырсылары – Рәфис Сирусин, Әлфиә Ниғмәтуллина, Алена Завьялова, ҡумыҙсы Артур Ғайсаров һәм «Мираҫ» йыр һәм бейеү ансамбле сығыш яһаны.
Байтаҡ тамашасы өсөн Түңгәүер ырыуы ҡурайы бер яңылыҡ булды. Юлай, ошо ырыу вәкиле булараҡ, үҙенсәлекле ҡурайҙа «Игзаков» халыҡ көйөн башҡарҙы. Шуны билдәләп үтергә кәрәк: ҡурайҙың был төрө ғәҙәттәгенән оҙонораҡ булыуы һәм көслөрәк яңғырауы менән айырыла.
Кисә аҙағында Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Бәҙрәнов Юлай Ҡасимовҡа Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Рәхмәт хатын һәм Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының Почет грамотаһын тапшырҙы. Уға яңы ижади үрҙәр теләне һәм милли уйын ҡоралы ҡурайҙы үҫтереүгә ҙур өлөш индергәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе.
Шулай уҡ рәхмәт һүҙҙәре менән Мәғариф, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте буйынса комитет рәйесе урынбаҫары Әлфис Ғаязов сығыш яһаны һәм Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышының Рәхмәт хатын тапшырҙы.
Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы исеменән сығыш яһаны.
Һәр сығыш көслө алҡыштарға күмелде, тамашасылар музыкантты сәхнәнән оҙаҡ ебәрмәне.