Ҡурған өлкәһендә ҡумыҙҙа уйнау, бейеү һәм йыр буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо

Ҡурған өлкәһендә ҡумыҙҙа уйнау, бейеү һәм йыр буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо

Ҡурған өлкәһендә Башҡорт мәҙәниәт һәм мәғрифәте көндәре сиктәрендә оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо. Сара Башҡортостан Республикаһы башлығы грантына уҙғарыла.

Ҡумыҙҙа уйнау дәресен донъя виртуозы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов үткәрҙе.

Сафакүлдә лә вокал һәм хореография буйынса оҫталыҡ дәрестәре булды. Йырсы, башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусы Зилиә Бәхтиева йырлау серҙәренә өйрәтте, ҡыҙҙарҙы «Һылыуҡай» матурлыҡ конкурсына әҙерләне.. Хореограф Азамат Кәримов оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашыусыларҙы башҡорт бейеүҙәренең матурлығы менән таныштырҙы.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb