Ҡурған өлкәһендә “Һылыуҡай” башҡорт ҡыҙҙарының гүзәллек бәйгеһенең һайлап алыу туры үтәсәк

Ҡурған өлкәһендә “Һылыуҡай” башҡорт ҡыҙҙарының гүзәллек бәйгеһенең һайлап алыу туры үтәсәк

Бөгөн Ҡурған өлкәһенең Сафакүл ауылында “Һылыуҡай” башҡорт ҡыҙҙарының гүзәллек бәйгеһенең һайлап алыу туры үтәсәк.

Конкурста 16-25 йәшлек кейәүҙә булмаған, балалары булмаған башҡорт ҡыҙҙары ҡатнаша ала. Улар башҡорт халҡының тарихын һәм мәҙәниәтен белергә, туған телдә һөйләшергә, тәбиғи матурлыҡҡа эйә булырға  һәм  буйы 165 см кәм булмаҫҡа тейеш.

Һәр ҡатнашыусыға үҙе тураһында ҡыҫҡаса һөйләп бирергә, ижади конкурс өсөн бейеү йә йыр әҙерләргә кәрәк.

Гүзәллек бәйгеһенең гала-концерты 3 декабрҙә Башҡортостан дәүләт концерт залында үтәсәк. Еңеүсегә бүләккә – еңел автомобиль.

Белешмәләр өсөн телефон: +7 917 379 38 72.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb