ҠЫЙҒЫ РАЙОНДА «ЙОР ҮҘӘН» РЕСПУБЛИКА ЭТНО-ФЕСТИВАЛЕ ТАМАМЛАНДЫ

ҠЫЙҒЫ РАЙОНДА «ЙОР ҮҘӘН» РЕСПУБЛИКА ЭТНО-ФЕСТИВАЛЕ ТАМАМЛАНДЫ

Башҡорт халыҡ ижадына арналған конкурста республика төбәктәренән 11 этно-төркөм ҡатнашты. Саранан Пермь крайында йәшәүсе милләттәштәребеҙ ҙә ситтә ҡалманы. Улар башҡорт халҡының музыка ҡоралдарында уйнап халыҡты хайран ҡалдырҙы. Фестиваль сиктәрендә 2016-2020 йылдарҙа республиканың төньяҡ-көнсығыш райондарын социаль-иҡтисади йәһәттән үҫтереү комплекслы программаһына ярашлы, этно-музыка йүнәлеше мәсьәләләре күтәрелде. Кәңәшмәлә Балаҡатай, Дыуан, Мәсетле, Салауат һәм Ҡыйғы районының мәҙәниәт бүлеге етәкселәре ҡатнашты. «Йор үҙән» этно-фестивале тәүге тапҡыр 2014 йылда «Салауат йыйыны» фольклор байрамында ойошторолғайны.

Сығанаҡ

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb