Ҡыйғы районында «Ҡыйғыр ҡурай» бәйгеһе үтте

Ҡыйғы районында «Ҡыйғыр ҡурай» бәйгеһе үтте

Күптән түгел Ҡыйғы районында «Ҡыйғыр ҡурай» II асыҡ ҡурайсылар бәйгеһе уҙғарылды. Сарала Дыуан, Иглин, Ҡыйғы, Мәсетле, Салауат, Учалы райондарынан һәм Өфө ҡалаһынан 50-нән ашыу йәш музыкант ҡатнашты. Улар милли музыка ҡоралында иҫ киткес башҡарыу оҫталығын күрһәтте.

Һәләтле бәйгеселәрҙе жюриҙә Өфө дәүләт сәнғәт институтының традицион музыкаль башҡарыу кафедраһы доценты Фәиз Шәрипов, Башҡорт дәүләт филармонияһының халыҡ ҡоралдары милли оркестры солисы Айрат Ҡарасов, Благовещен ҡалаһының юғары категориялы уҡытыусыһы Айнур Назаров, Башҡортостандың халыҡ артисы, Үрге Ҡыйғы ауылының район Мәҙәниәт йорто художество етәксеһе Айытбай Фәйзуллин баһаланы.

Салауат районынан Илнур Имаев, Учалы районынан Иштимер Йосопов һәм Өфөнән Айҙар Харисов конкурстың еңеүселәре тип танылды.

Салауат районынан Ринат Мөхәмәтйәнов, Учалы районынан Йәмил Ҡолмөхәмәтов һәм Айҙар Йосопов махсус бүләктәргә һәм Башҡортостан Ҡурайсылар союзының дипломдарына лайыҡ булды.

Ансамблдәр араһында Учалы, Ҡыйғы һәм Салауат райондары ҡурайсылар ансамблдәре еңеүсе, тип табылған.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb