«Ҡымыҙфест» республика байрамы беренсе тапҡыр онлайн-форматта үтәсәк

«Ҡымыҙфест» республика байрамы беренсе тапҡыр онлайн-форматта үтәсәк

Башҡортостан халҡын «Ҡымыҙфест» республика байрамында ҡатнашырға саҡыралар. Этник мәҙәниәтте үҫтереүгә йүнәлтелгән сара беренсе тапҡыр онлайн-форматта үтә.

Был проект милли йолаларыбыҙҙы пропагандалау һәм популярлаштырыу, ҡымыҙ әҙерләү буйынса  башҡорт халҡының традицияларын һаҡлап ҡалыу һәм үҫтереү маҡсатында үткәрелә. Ойоштороусылар шулай уҡ йылҡысылыҡ һәм ҡымыҙ әҙерләү йүнәлештәрен үҫтереү һәм уларҙың етештереү күләмен арттырыу, тәжрибә менән уртаҡлашыу һәм «Башҡорт ҡымыҙы» брендын алға этәреү  кеүек маҡсаттарҙы алға ҡуя.

Конкурста ҡымыҙ етештереүселәр ҡатнаша ала. 27 июлгә тиклем ҡымыҙ һәм уны әҙерләү буйынса видеояҙма төшөрөп, заявка ебәрергә кәрәк. Яҙма мотлаҡ үҙегеҙҙең тыуған яҡтарҙа төшөрөлөргә тейеш. Заякала район йә ҡала, исем-шәрифегеҙ, телефон номеры һәм электрон почта, видеояҙманың исеме күрһәтелергә тейеш.

Конкурсҡа килгән барлыҡ эштәр БР халыҡтар дуҫлығы йортоноң YouTube-каналында махсус плейлист итеп урынлаштырыласаҡ. Эштәрҙе ҡымыҙсылыҡ тармағындағы белгестәрҙән торған жюри баһалаясаҡ. Еңеүселәр диплом һәм бүләктәр менән билдәләнәсәк.

Материалдарҙы Этот адрес электронной почты защищён от спам-ботов. У вас должен быть включен JavaScript для просмотра. электрон почтаһына ебәрергә кәрәк.

Килеп сыҡҡан һорауҙар буйынса түбәндәге телефондарға шылтыратырға мөмкин: 276-62-75, 8-987-037-78-69

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb