Башҡортостан йәштәренең “Шоңҡар” журналы хәбәр итеүенсә, Фәрзәнә Утарбаеваның "Ҡырағай" фильмы Чебоксарҙа үткән X Халыҡ- ара кинофестивалдә иң яҡшы сценарий өсөн призға лайыҡ булды.
“Фильмды бик йылы ҡабул иттеләр. Тамашасы илап та алды. Яҡутияның билдәле режиссеры Степан Бурнашев киноны ҡарағас та сценарийҙы маҡтап китте. Мәскәүҙән Дмитрий Пиркулов фильмды киңерәк танытыуға булышлыҡ итергә теләген белдерҙе. Беренсе сценарийым өсөн шундай баһаға лайыҡ булғаныма сикһеҙ шатмын”, – тине Фәрзәнә Утарбаева.
Әйткәндәй, Франция, Яҡутия, Сыуашстан, Татарстан һ.б илдәрҙән 16 фильм ҡатнашҡан, шуларҙың дүртәүһе – еңеүсе. Тап беҙҙең фильмдың еңеүселәр араһында булыуы ғорурлыҡ тойғолары уята.
Ә Фәрзәнә артабан да төрлө кинофестивальдәрҙә ҡатнашырға һәм яңы фильмдар төшөрөргә ниәтләй.