Ҡырмыҫҡалы районында “Сыңла салғы” республика фольклор байрамы үтте

Ҡырмыҫҡалы районында  “Сыңла салғы” республика фольклор байрамы үтте

Ҡырмыҫҡалы районында  7 июль көнө, “ Сыңла салғы”исеме  аҫтында республика фольклор байрамы үтте. Башҡортостандың төрлө төбәктәренән оҫта салғысыларҙы йыйған был конкурс халыҡтың көтөп алған мәҙәни сараһына әйләнде.

Конкурста ир-егеттәр ҙә, ҡатын-ҡыҙҙар ҙа ҡатнашты.

Сыңла салғы салғысылар ярышы менән бер рәттән, майҙанда  уратып алған тәбиғәт, үҫемлектәр донъяһы менән бәйле башҡа конкурстарҙа ойошторолдо. Ялан сәскәләренән таж үреү, ҡыуыш ҡороу, йәки үләндәрҙән сәй бешереү. Һуңығылары әйтеүенсә, беҙҙең тәбиғәт иҫ киткес бай, бар дауа аяҡ аҫтында. Үләндәрҙән сәй әҙерләп кенә күп сирҙәрҙән дауаланырға мөмкин. Бары тик йыйыу, киптереү үҙенсәлектәрен өйрәнергә кәрәк.

Быйыл үлән, ағас, сәскәләрҙән төрлө арт-обьекттар әҙерләүселәр араһында ла конкурс ойошторолдо.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb