Ҡырмыҫҡалы районында "Табын-фест" фестивале үтте

Ҡырмыҫҡалы районында "Табын-фест" фестивале үтте

Ошо көндәрҙә Ҡырмыҫҡалы районының Бишауыл-Уңғар ауылы янында табын ырыуы йәштәренең "Табын-фест" фестивале үтте.

Икенсе тапҡыр үткәрелгән сара, республиканың 100 йыллығы һәм Ғаилә йылына арналды. Сараның маҡсаты, быуын-ара бәйләнештәрҙе нығытыу, ырыу тарихы менән танышыу һәм әүҙем тормош алып барыуға саҡырыу.

 Республиканың Архангель, Ауырғазы, Асҡын, Ғафури, Ҡараиҙел, Ҡырмыҫҡалы, Учалы, Тәтешле, Әбйәлил, Белорет, Дәүләкән, Салауат райондарынан, күрше Ырымбур, Ҡурған, Һамар, Һарытау өлкәләренән килгән делегациялар, спорт ярыштарында, халыҡ кәсебе һәм шәжәрәләр күргәҙмәһендә, "Табын һылыуы", "Табын батыры" конкурстарында һәм концерт өлөшөндә ҡатнаштылар.

Учалы районының Ҡоҙаш ауылы егете Азамат Лотфуллин "Табын батыры"нда, республикабыҙҙың төрлө тарафтарынан килгән 6 батыр менән, таһыллыҡта, сослоҡта, белемлектә көс һынашты, һүҙ-тел маһирлығын да күрһәтте. Милли көрәштә бил бирмәҫ батыр булыраҡ, тамашасының ғына түгел, жюри ағзаларының да иғтибарын яуланы. Егеттәр яланда үҙ-ара көс алышҡан арала, 9 ҡыҙ "Табын һылыу"ы исеменә дәғүәһен белдереп, сәхнәлә һынау тотто. Ойоштороусылар уларға ла ҡыҙыҡлы турҙар әҙерләгәндәр - ҡыҙҙар үҙҙәре менән дә таныштырҙы, аш-һыуға, ҡул эштәренә оҫталыҡтарын күрһәтте, йоланан өҙөк тә әҙерләп, башҡорт милли кейемдәрендә дефилела, ижади номерҙар менән дә сығыш яһаны. Учалы һылыуы Лилиә Йәнтурина, бар һынауҙарҙы уңышлы үтеп сығып "Табын һылыуы" тажына лайыҡ булды. Гран-при бүләген Лилиәгә Табын ырыуының Ҡор башы, фестивалдең төп ойоштороусыһы Ниязбай Сәлимов тапшырҙы.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb