Иртәгә, йәғни 27 октябрь көнө, Ҡырым Республикаһының Белогорск ҡалаһында данлыҡлы башҡорт ҡыҙы, батыр осоусы, Советтар Союзы Геройы Мәғүбә Сыртлановаға бюст асыласаҡ.
Сарала Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министры урынбаҫары Валентина Латыпова етәкселегендәге делегация ҡатнаша.
Мәғүбә Хөсәйен ҡыҙы 1912 йылда Бәләбәй ҡалаһында хәлле ғаиләлә донъяға килә. 1928 йылда мәктәпте тамамлай һәм үҙенең осоусы булырға теләге барлығын белдерә. Ләкин ата-әсәһе был хаҡта ишетергә лә теләмәй. Әммә тырыш, маҡсатлы ҡыҙ барыбер үҙ теләгенә ирешә.
1941 йылда Тбилиси хәрби авиация мәктәбен тамамлай. 1942 йылдан башлап Төньяҡ Кавказ, 4-се Украина һәм 2-се Белоруссия фронттарында хеҙмәт итә. Мәғүбә Сыртланова башлыса ҡыҙҙарҙан ғына торған полкта була. Осоусылар тик төнөн генә һөжүмгә сыға, немецтар уларға хатта “төнгө пәрейҙәр” тигән ҡушамат та таға. Башлыса фанера менән көпләнгән “У-2” самолеты еңел була, дошманға уны бәреп төшөрөү ифрат ҡыйынға төшә. Һәр бер бәреп төшөрөлгән самолет өсөн немец генералдары хатта премия ла вәғәҙәләгән була.
Шуныһы ҡыҙыҡ, “У-2” самолеттары Өфөлә етештерелән фанера менән көпләнгән була. Үҙенең иҫтәлектәрендә Мәғүбә Сыртланова “Мине Өфө фанераһы һаҡланы” тип һөйләй.
780 хәрби осошта күрһәткән батырлығы өсөн Мәғүбә Сыртлановаға Герой исеме бирелә. Ул шулай уҡ Ленин, Ҡыҙыл Байраҡ, 2-се дәрәжә Ватан һуғышы һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары менән бүләкләнгән.