Ҡырымда Марсель Сәлимовтың китабы донъя күрҙе

Ҡырымда Марсель Сәлимовтың китабы донъя күрҙе

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә,  Ҡырым Республикаһының баш ҡалаһында Симферополдә Марсель Сәлимовтың (Мар. Салим) «Аллалар менән һөйләшеү» («Разговор с богами») тигән яңы китабы баҫылып сыҡты. «Таврида» заманса нәфис тәржемә үҙәге проекты буйынса сыҡҡан баҫма «Өлөш» нәшриәтендә донъя күрҙе.

Йыйынтыҡҡа башҡорт сатира оҫтаһы һуңғы йылдарҙа яҙған шиғырҙар ингән. Автор был китапты дуҫы – күренекле рус яҙыусыһы һәм тәржемәсе Иван Тертычныйҙың (1953-2017) яҡты иҫтәлегенә арнай. Шиғырҙарҙы башҡорт теленән Иван Тертычный һәм Николай Переяслов тәржемә иткән.

Китап ике бүлектән тора: беренсеһә – сатирик һәм публицистик, икенсеһенә – юмористик һәм лирик шиғырҙар ингән.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb