Ошо көндәрҙә Башҡортостандың ҡоролтай вәкилдәре Ҡырғыҙ Республикаһының Чолпан-ата ҡалаһында үткән Бөтә донъя төрки халыҡтары ҡоролтайында уңышлы сығыш яһап ҡайтты.
Сара Ҡырғыҙстан һәм Ҡаҙағстан Республикаларында үтте. Ҡоролтайҙың беренсе өлөшө Ҡырғыҙстанда башланды. Унда Республика вәкилдәре башҡорт халҡының тарихы, ғөрөф-ғәҙәттәре, мәҙәниәте менән яҡындан таныштырҙы.
Ҡоролтайҙа булған башҡа ҡатнашыусыларҙан айырмалы рәүештә беҙҙең вәкилдәр республикабыҙҙы милли кейемдәрҙә, ҡурай моңона үрелеп барған сығыштары менән барыһының да ихтибарын йәлеп итте. Башҡортостан гимны уйнаған ваҡытта залда ултырыусылар аяҡ-үрә баҫып алҡыштарға күмгән. Сараға башҡорт ҡоролтайы вәкилдәре буш ҡул менән бармаған, улар Ҡырғыҙ халҡының бөйөк «Манас» эпосының башҡорт теленә тәржемә ителгән китабын бүләк иткән. 10 илдән ни бары 4 делегат, улар исемлегендә Башҡортостан вәкиле тарихсы, делегация етәксеһе Нурислам Ҡалмантаев та, Ҡаҙағстан Республикаһының Алма-ата ҡалаһында үткән рәсми өлөшкә саҡырыу алған.
Сығанаҡ: http://tv-rb.ru