3 февралдә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артистары бөтөн Сәғүд Ғәрәбстанының ышанысын яулаған дипломат Кәрим Хәкимов тураһында спектаклдең премьераһын күрһәтте.
Спектакль Нәжиб Асанбаевтың «Ҡыҙыл паша» пьесаһына нигеҙләнгән һәм легендар дипломат хаҡында бығаса билдәле булмаған факттар менән тулыландырылған. Спектаклдең тағы бер үҙенсәлеге шунда: ул өлкән тамашасыға ғына түгел, йәштәргә лә тәғәйенләнгән.
Спектакль өҫтөндә эшләгәндә театрҙың ижади төркөмө Кәрим Хәкимов тыуып үҫкән Бишбүләк районының Дүсән ауылында булды, урындағы музейға барҙы, архив документтарын өйрәнде. Спектакль тәүге тапҡыр былтыр декабрҙә дипломаттың тыуған ерендә күрһәтелде.
Спектаклде Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының баш режиссеры Айрат Абушахманов ҡуй:ы. Уның фекеренсә, Кәрим Хәкимовтың шәхесе әле һаман да өйрәнелеп бөтмәгән.
- Яҡташыбыҙ Рәсәй тарихында ғына түгел, донъя кимәлендә лә хәл иткес роль уйнаған, - тип билдәләне Айрат Абушахманов.
Ижади төркөмдө премьера менән ҡотларға Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министрының беренсе урынбаҫары Наталья Лапшина килде.
- Бөгөн беҙ ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс ваҡиғаларҙың шаһиты булдыҡ. Костюмдар һәм сәхнә биҙәлеше ҡыҙыҡлы уйланылған. Спектакль оҙаҡ йәшәһен, уны күп йәштәр ҡараһын, төп геройҙың характеры, уй-фекерҙәре, хис-тойғолары һәм уның рухи көсө киләсәк быуынға күсһен, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Наталья Михайловна.
Кәрим Хәкимовтың ролен спектаклдә йәш актер Азат Вәлитов уйнай. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: тамашасы залында БАССР-ҙың халыҡ артисы Әхтәм Абушахманов та бар ине, ул уҙған быуаттың 80-се йылдарында Ҡыҙыл паша ролен башҡарғайны.
- Дипломатты уйнау - һәр актёр өсөн бик ҡатмарлы бурыс. Дипломаттар барыһын да күңелендә тота, хис-тойғоларын тышҡа сығарырға тейеш түгел. Ә сәхнәлә актёр уның бөтә кисерештәрен һүҙһеҙ һүрәтләргә тейеш. Төп ҡатмарлылыҡ шуға ҡайтып ҡала, - тип билдәләне Әхтәм Абушахманов.
Нәжиб Асанбаевтың «Ҡыҙыл паша» пьесаһы буйынса спектакле беренсе тапҡыр Башҡорт драма театры сәхнәһендә 1982 йылда ҡуйыла, режиссеры Лек Вәлиев була. Спектакль Мәскәүҙә күрһәтелә, ә 1986 йылда Сүриәнең баш ҡалаһы Дамаскта уйнала. Телевизион варианты үҙәк телеканалдарҙа күрһәтелә, уны 22 ғәрәп иле һатып ала.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2021 йылдың декабрендә Дүсән ауылында Кәрим Хәкимовтың музейын барып күргән саҡта совет дипломаты хаҡындағы спектаклде тергеҙергә ҡушҡайны.
- Спектаклде, тәү сиратта, республиканың ҡала һәм райондары халҡы ҡарай аласаҡ. Май айында – Мәскәүҙә, ноябрҙә Ҡазан ҡалаһында күрһәтергә ниәтләйбеҙ, - тине М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры директоры Иршат Фәйзуллин.
Премьера көнөндә театр фойеһында Бишбүләк районының Дүсән ауылында урынлашҡан Кәрим Хәкимовтың мемориаль музейы күргәҙмәһе тәҡдим ителде.
Нурзиә Хәсәнова.
Руслан Юлтаев фотоһүрәттәре.