Ҡәҙим Аралбайға - 80 йәш!

Ҡәҙим Аралбайға - 80 йәш!

Бөгөн үҙенең 80 йәшлек юбилейын Башҡортостан Республикаһының халыҡ шағиры, йәмәғәт эшмәкәре, Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы, БР атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре Ҡәҙим Аралбай билдәләй. Шағирҙы ғүмер байрамы менән тәбрикләп, БР мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова ҡотлау телеграммаһы ебәрҙе:

"Хөрмәтле Ҡәҙим Әбделғәлим улы!

Һеҙҙе Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, ижади йәмәғәтселек һәм уҡыусыларығыҙ исеменән күркәм юбилейығыҙ менән ҡотлайбыҙ!

Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы, С.Чекмарёв, Р.Ғарипов, З.Биишева, Ф.Кәрим, Н.Нәжми исемендәге әҙәби премиялар лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре  булыуығыҙ Һеҙҙең  һәм халҡыбыҙҙың ижади үрҙәрен билдәләй. Ижадығыҙ республикабыҙ халҡының тәрән ихтирамына һәм яратыуына лайык.

Һеҙҙе  тормош байрамығыҙ менән ихлас ҡотлайбыҙ, үҙегеҙгә һәм яҡындарығыҙға оҙон ғүмер, ижадығыҙға яңы офоҡтар, уҡыусыларығыҙ ихтирамы һәм яратыуы һүнмәүен теләйбеҙ!"  

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb