Үрге Этҡол ауылы китапханаһында «Урал батыр» эпосы көнө билдәләнде

Үрге Этҡол ауылы китапханаһында «Урал батыр» эпосы көнө билдәләнде

8 июндә Башҡортостан халҡы тәүге тапҡыр «Урал батыр» эпосы көнөн билдәләне. Мөһим дата республика Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән башҡорт халыҡ ижадын һаҡлау, үҫтереү һәм йәйелдереү өсөн булдырылды.

Ошо уңайҙан Ишембай районы Үрге Этҡол моделле ауыл китапханаһында «Урал батыр эҙҙәре буйлап» тип аталған мауыҡтырғыс тарихи экскурсия уҙҙы. Уны Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының филология факультеты студенттары ойошторҙо.

Үрге Этҡол мәктәбенең һауыҡтырыу лагеры балалары ҙур ҡыҙыҡһыныу менән Урал батырҙың кешелек бәхете өсөн көрәшен тасуирлаған эпос сюжетына сумды. Студенттар Йәнбирҙе, Йәнбикә, Шүлгән, Һомай кеүек мифик геройҙар хаҡында һөйләп кенә ҡалманы, үҫмерҙәрҙе әүҙем аралашыуға ла йәлеп итте.

Мауыҡтырғыс хәрәкәтсән уйындар, викториналар, һүрәттәр конкурсы һәм «Эпос геройын белегеҙ» уйыны сараны сағыу һәм иҫтә ҡалырлыҡ итте. VII класс уҡыусыһы Әлиә Арыҫланбаеваның эпостан өҙөк уҡыуы сараға айырым мәғәнә өҫтәне.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb