Үрге Этҡол ауылы моделле китапханаһында йәш блогерҙарҙы әҙерләйҙәр

Үрге Этҡол ауылы моделле китапханаһында йәш блогерҙарҙы әҙерләйҙәр

Ишембай районы Үрге Этҡол ауылының «Мәҙәниәт» милли проекты сиктәрендә булдырылған моделле китапханаһында «Йәш блогерҙар мәктәбе»нең сираттағы ултырышы үтте. Сарала профессиональ телевидение хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.

Ишембай телевидениеһы тележурналисы Милә Мәзитова һәм оператор Владислав Сорокин балаларға нисек интервью алырға, сюжеттар төшөрөргә һәм әңгәмә алып барырға өйрәтте. Балаларға үҙҙәрен хәбәрсе сифатында һынап ҡарау һәм әңгәмәсегә һорауҙар биреү бик ҡыҙыҡлы булды. Оператор Владислав Сорокин видеоға төшөрөү нескәлектәрен аңлатты.

Класс етәксеһе Зилә Баһауетдинова бындай сараларҙың әһәмиәтен баһаланы һәм түбәндәгеләрҙе билдәләне:

«Тележурналистика дәрестәре телмәрҙе үҫтерә, ҡыйыулыҡ өҫтәй һәм аралашыусан булырға өйрәтә. Класыбыҙҙы Ишембай телевидениеһына экскурсияға саҡырҙылар, һәм беҙ унда ҙур теләк менән барырбыҙ».

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2019 йылда моделле муниципаль китапханалар булдырыу буйынса «Мәҙәниәт» милли проектының «Мәҙәни мөхит» федераль проекты эшләй башланы. Милли проекттың төп бурыстары араһында - ҙур ҡалаларҙа, шулай уҡ ҙур булмаған тораҡ пункттарҙа йәшәү сифатын яҡшыртыу һәм мәҙәни хеҙмәттәр менән файҙаланыу мөмкинлеген арттырыу. Яңы быуын китапханалары йәшәү урынынан алыҫ китмәйенсә мәғлүмәт һәм яңы белем эстәү, юғары тиҙлектәге Интернеттан файҙаланыу һәм уңайлы мөхиттә ял итеү мөмкинлеген бирә. Башҡортостанда әлегә 14 яңы быуын китапханаһы эшләй, 2023 йылда йәнә ике моделле китапхананың асылыуы көтөлә.

Үрге Этҡол ауылы моделле китапханаһында йәш блогерҙарҙы әҙерләйҙәр
Үрге Этҡол ауылы моделле китапханаһында йәш блогерҙарҙы әҙерләйҙәр

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb