"Мәҙәниәт" милли проектын (национальный проект "Культура") тормошҡа ашырыу сиктәрендә ойошторолған Ишембай районы Үрге Этҡол ауылы моделле китапханаһы Халыҡ сәнғәте һәм Рәсәй халыҡтарының матди булмаған мәҙәни мираҫ йылына, Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылына арнап Сибай ҡалаһынан оҫта ҡумыҙсы Әлфиә Вилданова менән осрашыу үткәрҙе.
Моделле китапхана халыҡҡа рухи мираҫыбыҙҙы, милли мәҙәниәтебеҙҙе еткереүҙе маҡсат итеп ҡуйған. Яңыраҡ китап уҡыусылар Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дүләт филармонияһы артисы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Илнур Хәйруллин менән осрашҡайны. Ҡурайсы ҡумыҙ, ҡурай, өзләү ярҙамында музыкаль картина тыуҙыра алды – уның сығышы мауыҡтырғыс моноспектаклгә әйләнде.
Илнур Радик улы “Бүреләргә һунар” композицияһын уйнағанда тамашасылар бүре олоуон, ат тояҡтары тыпырҙауын, тәбиғәттәге бихисап моңдо ишетеп, хайран ҡалды.
“Ҡурайҙы күргән балаларҙың күҙҙәре янып китте. Уларҙа милли музыка ҡоралында уйнау теләге тыуҙы. Осрашыу юҡҡа булманы. Тағы ла килеп, дәрестәр биреп китәм әле”, - тине музыкант.