Үрге Ҡыйғы мәҙәниәт йортонда “Ҡыйғыр ҡурай” II асыҡ төбәк ҡурайсылар бәйгеһе үтте

Үрге Ҡыйғы мәҙәниәт йортонда  “Ҡыйғыр ҡурай” II асыҡ төбәк ҡурайсылар бәйгеһе үтте

Күптән түгел Ҡыйғы районының Үрге Ҡыйғы мәҙәниәт йортонда “Ҡыйғыр ҡурай” II асыҡ төбәк ҡурайсылар бәйгеһе үтте. Быйылғы сара биш тиҫтәнән ашыу ҡатнашыусыны йыйҙы. Ҡыйғы, Дыуан, Салауат, Мәсетле, Учалы, Иглин райондарынан һәм Өфө ҡалаһынан килгән ҡурайсылар һәм ҡурайсылар ансамблдәре оҫталыҡтарын күрһәтте.

Башҡорт халҡының милли уйын ҡоралы ҡурайҙы Башҡортостандың төньяҡ-көнсығыш райондарында популярлаштырыу, йәш һәләттәрҙе асыу ниәтендә барлыҡҡа килгән “Ҡыйғыр ҡурай” бәйгеһе үҙенең таланттарын тапты.

Бәйгеселәр жюриға оҙон көй, ҡыҫҡа йә һалмаҡ көй һәм фортепианоға ҡушылып уйнап күрһәтергә тейеш ине. Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының уҡытыусылары бәйгеселәрҙең уйнау маһирлығын баһаланы. Еңеүселәргә Дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb