Үткән ялдарҙа “Евразия йөрәге” фестивале үтте

Үткән ялдарҙа “Евразия йөрәге” фестивале үтте

“Евразия йөрәге” халыҡ-ара фестивале 11-12 сентябрҙә “Торатау” конгресс-холы янындағы амфитеатрҙа булды. Беренсе көндә сара сиктәрендә милли кейемдә бейеү флешмобы, «Ҡурайфест», «Этнотөн» уҙҙы.

Сараның беренсе көнөн Башҡортостандың халыҡ уйын ҡоралдары милли оркестры биҙәне. Шулай уҡ сәхнәлә «Арғымаҡ», «Бишбармаҡ» төркөмдәре, Алтынай Вәлитов, Хаят Исмәғилева сығыш яһаны. Тамашаның махсус ҡунаҡтары булараҡ Надежда Бабкина, «Бурановские бабушки» төркөмө һәм Пелагея сағыу сығыштары менән баш ҡала халҡын һәм ҡунаҡтарын һөйөндөрҙө.

Фестивалдең икенсе көнө Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналды. «Ватан» этнопаркы амфитеатрында Асҡар Абдразаҡов һәм Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы эстрада-джаз оркестры, “Арғымаҡ” төркөмө, Зәйнетдин проекты сығыш яһаны. Шулай уҡ опера йырсыһы Любовь Казарновскаяның «Үлемһеҙ полк» проекты ла тамашасылар өсөн ҙур бүләк булды. Билдәле музыкант Петр Дранга һәм «Вива» вокал төркөмө сығыш яһаны. Сараның хедлайнеры – Рәсәйҙең халыҡ артисы Олег Газманов бар халыҡҡа үҙенең иң яҡшы йырҙарын бүләк итте. Тамаша сағыу салют менән тамамланды.

Ике көн эсендә фестивалде яҡынса 35 мең кеше ҡараны, ойотоштороу өсөн 60 мең тонна ҡорамалдар, 200 киловатт тауыш, 400 яҡтыртыу ҡорамалдары, 200 квадрат метр экран һәм барлыҡ ҡорамалдарҙа эшләү өсөн 40 кеше кәрәк булды.

Үткән ялдарҙа “Евразия йөрәге” фестивале үтте
Үткән ялдарҙа “Евразия йөрәге” фестивале үтте
Үткән ялдарҙа “Евразия йөрәге” фестивале үтте
Үткән ялдарҙа “Евразия йөрәге” фестивале үтте

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb