“Үткәндәргә ихтирам, киләсәккә өмөт менән...” тип исемләнгән концертҡа рәхим итегеҙ

“Үткәндәргә ихтирам, киләсәккә өмөт менән...” тип исемләнгән концертҡа рәхим итегеҙ

Сибай концерт-театр берекмәһе һәм «Башҡортостан ҡыҙы» журналы “Үткәндәргә ихтирам, киләсәккә өмөт менән...” тип исемләнгән концертҡа саҡыра. Сара 26 мартта Сибай ҡалаһының Балалар ижады үҙәгендә уҙғарыла.

Кисәлә Башҡортостан Республикаһының ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Рәшиҙә Солтанова, ҡатын-ҡыҙҙар һәм ғаилә өсөн махсус донъя күреүсе “Башҡортостан ҡыҙы” журналының баш мөхәррире Гөлназ Ҡотоева, йәмәғәт эшмәкәре, яҙыусы, композитор БР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы Зөһрә Фәйзуллина, «Сибай» бейеү ансамбле, БР-ҙың атҡаҙанған артистары Баязит Байназаров, Рөстәм Хәсәнов, Раушан Ниязғолов, Марс Ишморатов, республикабыҙ йыр бәйгеләре лауреаттары Ғаяз Ғәйетбаев, Сөмбөл Моратова, Зәлиә Нурлы, Зәбирә Әминева һәм башҡалар ҡатнаша.

Тамашасыларҙы ҡыҙыҡлы сәхнә күренештәре, сағыу концерт номерҙары көтә. Яҙ һулышын тойоп, илһам һәм дәрт алырға теләһәгеҙ концертҡа рәхим итегеҙ! Белешмәләр өсөн телефон 8-960-805-90-95.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb