Үҙенсәлекле тауышлы башҡарыусы, йырҙар авторы Тимур Рамаҙан тәүге концертын тәҡдим итә

Үҙенсәлекле тауышлы башҡарыусы, йырҙар авторы Тимур Рамаҙан тәүге концертын тәҡдим итә

6 декабрҙә «Күңелемдә яҙҙар», «Сейәләрем», «Сит ерҙәр уттары ят икән» йырҙары менән эстрадабыҙға килеп ингән һәм шунда уҡ тамашасылар күңелендә үҙ урынын тапҡан, үҙенсәлекле тауышлы башҡарыусы, йырҙар авторы, халыҡ-ара һәм республика конкурстары лауреаты Тимур Рамаҙан тәүге концертын тәҡдим итә.

«Тимур Ramazan» проектының режиссеры - Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сулпан Асҡарова.

Һәр ваҡыт эҙләнеү юлында булған егет үҙенең иң сағыу һәм иң «тәмле» йырҙарын бүләк итәсәк. Солист үҙенең «Тимур Ramazan» проектын тамашасы хөкүменә сығара. 

 Концертта Тимурҙың ижадташ дуҫтары «Карауан» эстрада төркөмө егеттәре Марсель Ҡотоев, Рөстәм Шаһыбалов, Салауат Мөхәмәтйәров, моңло һандуғасыбыҙ, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә Ишемйәрова, һәләтле йәш йырсылар Айҙар Рәҡипов һәм Нурзиә Сабитова, баҫҡан ерендә ут сәсрәтеп бейеүсе Ильяс Ҡарабулатовтың сығыштарын күрә алаһығыҙ. Тамашаны Зөлмәрә Ҡарабулатова һәм Гүзәл Ғәлләмова алып бара.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb