Һамар өлкәһе башҡорттары «Йыйын» байрамын уҙғарҙы

Һамар өлкәһе башҡорттары «Йыйын» байрамын уҙғарҙы

23 июндә Һамар өлкәһе башҡорттары «Йыйын» байрамын уҙғарҙы. Оло Чернигов районы Имәләй ауылында үткән милли байрам Һамар ерендә тыуып үҫкән, Башҡорт азатлыҡ хәрәкәте етәкселәренең береһе, дәүләт эшмәкәре, милләтебеҙҙең бөйөк шәхесе Харис Йомағолов иҫтәлегенә арналды. Йыйында Башҡортостан вәкилдәре лә ҡатнашты.
Оло Чернигов районына Республика Матбуғат һәм киң коммуникациялар агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов етәкселегендәге рәсми делегация барҙы.

Ғөбәй Дәүләтшин, Һәҙиә Дәүләтшина, Рәшит Ниғмәти кеүек күренекле әҙиптәрҙе биргән Һамар өлкәһе сараға килгән һәр бер ҡунаҡты оло ихласлыҡ, киң күңел, асыҡ йөҙ менән ҡаршы алды.

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте оло Йыйында ситтә йәшәгән милләттәштәребеҙҙе китап һатыу күргәҙмәһе менән һөйөндөрҙө.

Йыйын майҙанында милләттәштәребеҙ менән күрешеп, яҡындан аралашырға форсат биргәндәре, асыҡ йөҙ менән ҡаршы алғандары өсөн Оло Чернигов районы хакимиәте башлығы Тамара Пероваға, Һамар өлкәһе губернаторы Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Надежда Осиповаға, Оло Чернигов районы Украинка ауыл биләмәһе башлығы Владимир Кратовҡа оло рәхмәтен белдерә.

Халҡыбыҙҙың аҫыл ул һәм ҡыҙҙарын биргән Оло Ырғыҙ, Кәмәлек буйҙары оҙаҡ йылдар шулай шат тауыштарға күмелһен, туған телебеҙҙә сыҡҡан китаптарҙы алып, еребеҙгә илһөйәр һәм телһөйәр быуын тәрбиәләһен, рухлы замандаштар үҫтерһен.

 

  

                               

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb