Һамарҙа Салауат Юлаев кубогына турнир үтте

Һамарҙа Салауат Юлаев кубогына турнир үтте

Һамар һәм Һарытау башҡорттары минифутбол буйынса ярышты. Һамар өлкәһенең Оло Чернигов районы һәм Һарытау өлкәһенең Пугачев районы халҡы аяҡ тубы уйынында ярышты.

Сараны Оло Чернигов башҡорттар ҡоролтайы (етәксеһе - Рима Шепилова) райондың спорт комитеты менән берлектә ойошторған.

Турнир етәксеһе Ришат Ғөбәйҙуллин әйтеүенсә, уйын юғары кимәлдә үтә, көсөргәнешле бәйгелә Һамар башҡорттары көслөрәк булып сыға - күсмә кубок Таллы (Кочкиновка) ауылы вәкилдәрендә.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb