«Һеңлекәш» фильмы «Алтын Бәһлеүән» халыҡ-ара кинофорумында ике наградаға лайыҡ булды

«Һеңлекәш» фильмы «Алтын Бәһлеүән» халыҡ-ара кинофорумында ике наградаға лайыҡ булды

Мостай Кәримдең повесы буйынса төшөрөлгән «Һеңлекәш» нәфис фильмы тағы бер тапҡыр мәртәбәле приз яуланы, был юлы фильм XXIX «Алтын Бәһлеүән» халыҡ-ара кинофестивалендә «Уйын киноһы» номинацияһында иң яҡшыһы тип танылды. Төп ролде башҡарған Арыҫлан Ҡырымсурин иһә «Иң шәп балалар роле» номинацияһында еңеү яуланы.

«Статуэтканы һәм дипломдарҙы үҙем сәхнәгә сығып алдым. Фильмда төшкән мәлгә ҡарағанда нығыраҡ тулҡынландым. Был еңеү минең өсөн бик мөһим. Миңә ышанған кешеләрҙең һәммәһенә лә рәхмәт. Әлбиттә, айырыуса кинофорумды ойоштороусыларға һәм жюри ағзаларына рәхмәт белдерәм», — тине Арыҫлан Ҡырымсурин.

Севастополдә уҙған быйылғы форум Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына бағышланды. Бөтәһе 20 ил ҡатнашты, Рәсәй, Япония һәм Сербия режиссёрҙары айырым билдәләнде.

«Һеңлекәш» фильмы «Алтын Бәһлеүән» халыҡ-ара кинофорумында ике наградаға лайыҡ булды

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb