«Һуғыштың беренсе көнө» исемле акция тамамланды

«Һуғыштың беренсе көнө» исемле акция тамамланды

Нефтекама ҡалаһының үҙәк китапханалар системаһы ойошторған «Һуғыштың беренсе көнө» исемле хәрби-патриотик акция тамамланды. Акция Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналды.

Акцияла ҡатнашыусылар төрлө әҫәрҙәрҙә һуғыштың беренсе көнөн тасуирлаған өҙөктө табырға һәм төркөмдә махсус хештэг менән баҫтырырға тейеш ине.

Акцияла Рәсәйҙең бөтә мөйөштәренән ҡатнаштылар: Удмуртия, Чувашия, Татарстан, Марий Эл, Крым, Коми республикаларынан, Алтай, Пермь, Ставрополь, Красноярск, Һарытау, Калининград һәм башҡа өлкәләрҙән 205 кеше булды. Улар араһында китапханасылар ғына түгел, уҡыусылар, уҡытыусылар, тәрбиәселәр бар.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb