Һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы А. Н. Островскийҙың китап күргәҙмәһен тәҡдим итә

Һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы А. Н. Островскийҙың китап күргәҙмәһен тәҡдим итә

Күптән түгел Һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы А. Н. Островскийҙың китап күргәҙмәһе асылды.

“Балаганчик” китап театрының һәүәҫкәр артистары ошо уңайҙан А. Н. Островскийҙың “Белугиндың өйләнеүе” пьесаһы буйынса спектакль ҡуйҙы.

Сәхнәләштереү бөйөк рус яҙыусыһының тыуыуына 195 йыл тулыуға бағышланды. “Белугиндың өйләнеүе” 1877 йылда яҙылған. Төп герой Андрей Белугин бай ғаиләнән әйттерелгән ҡыҙ менән никахын өҙә. Сөнки уның йөрәге икенсегә бирелгән. ул ҡыҙ бай түгел, әммә тәрбиәле, аҡыллы һәм уҡымышлы.

Спектаклдә махсус китапхананың китап уҡыусылары – Зарема Сөләймәнова, Ринат Сөләймәнов, Руслан Ҡарасурин, Олег Бугров, Рима Хөсәйенова, Аркадий Данилов, Рәмзиә Тарасова, Марина Иванова ҡатнашты.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb