Һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапхана абонементы "Йөрәктә мөхәббәт йәшәһә..." исемле китап күргәҙмәһен тәҡдим итә

Һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапхана абонементы "Йөрәктә мөхәббәт йәшәһә..." исемле китап күргәҙмәһен тәҡдим итә

Һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы абонементы, прозаик һәм сценарист Виктория Токареваның тыуыуына 80 йыл тулыу айҡанлы китап күргәҙмәһен тәҡдим итә.

Яҙыусының ижад юлы бала саҡтан башлана. Бөгөнгө көндә ул Мәскәү ҡалаһы янында йәшәй һәм яҙышыуын дауам итә. Уның һәр бер әҫәренә тәрән мәғәнә, яҡты образдар, бөйөк фәлсәфә һалынған.

Китаптары – тормошоноң сағылышы. Улар ябай кешеләр тураһында һөйләй. Күп әҫәрҙәренең геройҙары – ҡатын-ҡыҙ. Шуға күрә лә, уны гүзәл зат бигерәк тә яратып уҡый.

Күргәҙмәлә һуҡырҙарға һәм насар күреүселәргә тәғәйенләнгән китаптар тәҡдим ителә.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb