Һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы абонементы, киң танылған рус яҙыусыһы Василий Аксёновтың тыуыуына 85 йыл тулыу айҡанлы, “Мин тулҡынланып йәшәргә теләйем” китап күргәҙмәһен әҙерләне. Күргәҙмәлә китапхана фондында булған баҫмалар тәҡдим ителә.
Василий Аксёнов 1932 йылдың 20 авгусында Ҡазан ҡалаһында тыуған. Атаһы Павел Аксёнов - Ҡазан ҡала советының председателе һәм татар КПСС обкомы бюроһының ағзаһы. Әсәһе Евгения Гинзбург Ҡазан педагогия институтында уҡыта, аҙаҡ “Ҡыҙыл Татарстан” гәзитендә мәҙәниәт бүлексәһе мөдире булып эшләй.
1960-сы йылдан алып Василий профессионал әҙип. Ошо йылдарҙа уның әҫәрҙәре “Юность” журналында йыш баҫыла.
1980-се йылдың 22 июлендә саҡырыу буйынса Америкаға сыға. Ошонан һуң уны совет гражданлығынан мәхрүм итәләр. 2004-се йылға тиклем АҠШ-та йәшәй.
1981-се йылдан алып Василий Аксёнов Америкала рус әҙәбиәте профессоры булып йөрөй.
1980-1991-се йй. “Америка тауышы”, “Азатлыҡ радиоһы” радиолары, “Континент” журналы, “Глагол” альманахы менән журналист булараҡ хеҙмәттәшлек итә.
АҠШ-та яҙыусыға гуманитар фәндәре докторы ғилми дәрәжәһен бирәләр. Шулай уҡ, ул Амерка автор лигаһы һәм ПЕН-клуб ағзаһы булып тора. 2004-се йылда “Вольтерьянцы и вольтерьянки” әҫәре өсөн “Русский букер” премияһын бирәләр.
2007-се йылдан алып, йыл һайын Ҡазанда “Аксёнов-фест” фестивален үткәрәләр. Беренсе тапҡыр Василий Павел улы үҙе лә унда ҡатнаша. 2009-сы йылда яҙыусының йорт-музейы асыла.