Һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһында Виктор Домашниковтың һүрәттәр күргәҙмәһе асыла

Һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһында Виктор Домашниковтың һүрәттәр күргәҙмәһе асыла

4 декабрҙә Һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһында Виктор Домашниковтың һүрәттәр күргәҙмәһе асыла.

Күргәҙмәлә рәссамдың 2006 йылдан алып башҡарылған 50 эше тәҡдим ителә.

В. Б. Домашников 1956 йылдың 6 мартында Өфөлә тыуа. Мәктәпте тамамлағандан һуң, Башҡорт Дәүләт Университетының география бүлегендә уҡып, уны 1979 йылда уңышлы тамамлай. 1984 йылда Өфө сәнғәт училищеһының художестволы биҙәү бүлегенә уҡырға инә, училищены 1987 йылда тамамлай.

Әлеге ваҡытта рәссам булып эшләй. 1983 йылда йәштәрҙең республика, бөтә союз, зона һәм халыҡ-ара күргәҙмәләрендә ҡатнаша. 1990 йылдан алып СССР рәссамдар Союзы ағзаһы (Рәсәй), 1996 йылдан алып ЮНЕСКО-ның Халыҡ-ара рәссамдар Федерацияһы ағзаһы. 2006 йылда Парижда стажировка үтә.

Уның әҫәрҙәре М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында, СССР рәссамдары Союзының коллекцияһында, Амзин һынлы сәнғәт музейында, Тобльск һынлы сәнғәт музейында, «ВОСТОК» (Өфө) фондының хәҙерге заман сәнғәте галереяһында, «УРАЛСИБ» банкында, һәм «Башкомснаббанкта», Францияның, Голландияның, Вьетнамдың, АҠШ-тың, Берләшкән Ғәрәп Әмирлегендә, Ҡытайҙың шәхси йыйылмаларында һаҡлана.

Күргәҙмә 14:00 сәғәттә асыла. Рәхими итегеҙ!

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb