Һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһының Белорет филиалында “Филантроп” Халыҡ-ара премияһы номинанты менән осрашыу үтте

Һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһының Белорет филиалында “Филантроп” Халыҡ-ара премияһы номинанты менән осрашыу үтте

Һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһының Белорет филиалында “Филантроп” Халыҡ-ара премияһы номинанты Алевтина Блиначева менән осрашыу үтте.

Был һаулығы сиклеләр өсөн мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә бирелгән донъялағы берҙән-бер премия. Беҙҙең республиканан быйыл 4 претендент ҡатнаша. Конкурсҡа Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән 700-ҙән ашыу ҡатнашыусы ғариза яҙған. Беҙҙең республиканан ике лауреат та бар.

Конкурс йылына ике тапҡыр уҙғарыла. 2000 йылдан алып, проектта 9000 ашыу инвалид ҡатнашҡан. 358 кеше был премияның лауреаты була.

Махсус китапхана уҡыусыларына Алевтина үҙенең тормош һәм ижад юлы тураһында һөйләне, шиғырҙарын уҡыны һәм һорауҙарға яуап бирҙе.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb