Һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһында “Ибраһим Ғиззәтуллин: яңынан сафтарҙа” китап күргәҙмәһе асылды

Һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһында  “Ибраһим Ғиззәтуллин: яңынан сафтарҙа” китап күргәҙмәһе асылды

Күптән түгел Һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсусу китапханаһында  “Ибраһим Ғиззәтуллин: яңынан сафтарҙа” китап күргәҙмәһе асылды. Китапхана абонементы уҡыусылар иғтибарына яҙыусының әҫәрҙәренән торған китап күргәҙмәһен тәҡдим итә.

Ибраһим Ғәзизулла улы Ибраһимов – башҡорт яҙыусыһы, 1918 йылдың 15 сентябрендә Ишембай районы Түбәнге Әрмет ауылында донъяға килгән. 1935-1938 йылдарҙа Стәрлетамаҡ педучилищеһында уҡый. Уны тамамлағас, уҡытыусы булып эшләй.

1938 йылда Ҡыҙыл Армия сафына алына, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. 1955 йылда “Әҙәби Башҡортостан” журналында тәүге хикәйәһе – “Гөлзәйнәб” баҫыла. “Икенсе бейеклек” романы һуғыш йылдарына арналған.

Ул дәүләт наградаларына, хәрби орден-миҙалдарға, Ғ. Сәләм исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ. 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb