Һуҡырҙар өсөн махсус китапханала “Өфө библиоэңерҙәре 2019” сараһы үтәсәк

Һуҡырҙар өсөн махсус китапханала “Өфө библиоэңерҙәре 2019” сараһы  үтәсәк

“Библиотөн 2019” Бөтә Рәсәй акцияһы рамкаһында Һуҡырҙар өсөн махсус китапханала “Өфө библиоэңерҙәре 2019” үтәсәк. Быйылғы йылдың темаһы “Бар донъя театр” тип атала.

Акцияның ойоштороусылары – Рәсәй Федерацияһының мәҙәниәт министрлығы һәм “Мәҙәниәт. РФ” Рәсәй йолалары һәм мәҙәни мираҫ порталы.

Махсус китапханала ҡунаҡтар өсөн төрлө майҙандар эшләйәсәк.

Акция барышында ҡунаҡтар билдәле театр һәм кино актерҙары, республиканың яҙыусылары һәм шағирҙары менән осрашасаҡ. Беҙҙең даими партнерҙарыбыҙҙың – Башҡортостан Республикаһының Милли музейы, Хәрби дан музейы, М. Аҡмулла исемендәге БДПУ – экспозициялары театр тарихы менән таныштырасаҡ.

Өфө һөнәрселек һәм сервис колледжы студенттары “Мода театры” костюмдарын кейеп дефиле күрһәтәсәк.

“Театр ложаһы: шаршауҙың ике яғында ла” майҙанында ҡунаҡтарҙы, юбиляр шағирҙарҙың әҫәре буйынса, ҡыҙыҡлы шиғри дуэль көтә. Аҙаҡ  ул театрҙың үткәненән алып бөгөнгөһөнә тиклемге тарихына бәйле викторина менән дауам итәсәк.

“Алиса театр илендә” майҙаны тамашасыларына Льюис Кэрроллдың “Алиса мөғжизәләр илендә” әкиәте буйынса ҡабарынҡы график иллюстрациялар, әҫәр буйынса квиз, хештег буйынса конкурстар әҙерләй. Бының өсөн айырым фотозонала фотоға төшөп, Интернет селтәренә һалыу мотлаҡ. #БРСБСБиблиосумерки2019

“Театр этюды” конкурсы театр әҫәрен иң яҡшы тауышландырыу буйынса үҙ еңеүсеһен эҙләйәсәк.

“Балаганчик”та ҡунаҡта тамашасылар Рәсәйҙә театрҙың барлыҡҡа килеү тарихы менән танышасаҡ.

Иң кескәй ҡунаҡтарыбыҙ өсөн башҡорт халыҡ әкиәте буйынса ҡурсаҡ театры ойоштороласаҡ. Актерҙар – Өфө ҡалаһының 28-се коррекцион интернат-мәктәп уҡыусылары. Бында, шулай уҡ, Өфө театрҙарының тактиль макеттары менән танышырға мөмкин буласаҡ.

Ижади бүлмәлә акцияла ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы, актер һәм музыкант Венер Камалов менән осрашыу көтә.

“Өфө библиоэңерҙәре” һәүәҫкәр артистарҙың концерты һәм еңеүселәрҙе бүләкләү менән тамамланасаҡ.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb