Һуҡырҙар өсөн махсус китапхананың Стәрлетамаҡ филиалы “Тәбиғәтте һаҡлау оло талант” Х Бөтә Рәсәй конкурсында III дәрәжә дипломына эйә булды. Конкурс 2017 йылда экологияға бәйле иғлан ителгәйне.
Конкурсты ойоштороусылар: РФ мәҙәниәт министерствоһы, һуҡырҙар өсөн Рәсәй дәүләт китапханаһы, Рәсәй китпахана ассоциацияһы.
Конкурс күреү һәләтенән яҙғандар өсөн китапханалар, уҡыу йорттары, йәмғиәт ойошмалары араһында уҙғарылды. Стәрлетамаҡ филиалы коллективын ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ.