Һуҡырҙар өсөн махсус республика китапханаһында башҡорт телендә «Урал батыр» эпосы донъя күрҙе

Һуҡырҙар өсөн махсус республика китапханаһында башҡорт телендә «Урал батыр» эпосы донъя күрҙе

Башҡортостандың Һуҡырҙар өсөн махсус республика китапханаһында Брайлдең рельеф-нөктә шрифты менән һуҡырҙар өсөн башҡорт телендә «Урал батыр» эпосы донъя күрҙе.

Китап Бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәмғиәтенең Республика ойошмаһы, Башҡортостан «Китап» нәшриәте һәм һуҡырҙар өсөн китапхана араһында хеҙмәттәшлек һәм үҙ-ара эшмәкәрлек тураһында өс яҡлы килешеү сиктәрендә нәшер ителде. Баҫма ике китаптан: Брайль шрифтынан һәм рельеф-графика һүрәттәре альбомынан тора.

Алдан китапханала эпос рус һәм башҡорт телдәрендә күп телле китап форматында уҡып ишеттерелде.

«Урал батыр» тиҫтәләгән телдәргә тәржемә ителгән һәм күп тапҡыр республикала баҫылып сыҡҡан, уның буйынса бер нисә спектакль ҡуйылған, йәнһүрәт төшөрөлгән. Башҡорт тел байлығы ҡомартҡыһы күп быуаттар элек булған боронғо мифологияны үҙ эсенә алған. Унда тамырҙары менән тәүтормош төпкөлөнә илткән боронғо фекерҙәр даирәһе күрһәтелгән. «Урал батыр»ҙың ҡайһы бер мотивтары һәм образдары башҡа башҡорт эпостарында ла осрай, ә ҡайһы бер эпостар, уның сюжет һыҙатын дауам итеп, берҙәм башҡорт риүәйәттәре циклын барлыҡҡа килтерә. «Урал батыр» эпосы «Башҡортостандың ете мөғжизәһе»нең береһе булып тора, ТӨРКСОЙ-ҙың матди булмаған мәҙәни мираҫы исемлегенә индерелгән, ЮНЕСКО-ның «Кешелектең ауыҙ-тел һәм матди булмаған мираҫы хазиналары» исемлегенә дәғүә итә.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb