Һуҡырҙар өсөн республика китапханаһында башҡорт теле дәреслеген Брайль шрифты менән сығарҙылар

Һуҡырҙар өсөн  республика китапханаһында башҡорт теле дәреслеген Брайль шрифты менән сығарҙылар

Мәкәрим Төхвәтшин исемендәге Һуҡырҙар өсөн республика махсус китапханаһының тифлонәшриәт бүлегендә VI класс өсөн башҡорт теле дәреслеге донъя күрҙе. Ул һуҡырҙар өсөн Брайль шрифты менән нәшер ителгән.

Дәреслекте төҙөүселәр билдәләүенсә, туған телде өйрәнеү уҡыусыларҙың зиһенен һәм ижади һәләттәрен, аралашыу мәҙәниәтен, туған телде аңлы рәүештә һәм дөрөҫ ҡулланыу мөмкинлектәрен үҫтереүгә, уларҙың коммуникатив һәләттәрен камиллаштырыуға булышлыҡ итә.

Дәреслектең тиражы Өфөнөң 28-се махсус коррекцион дөйөм белем биреү мәктәп-интернатында тәрбиәләнеүселәр өсөн тәғәйенләнгән.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb