Һуҡырҙар өсөн республика махсус китапхана абонементы яҙыусы Владислав Крапивиндың әҫәрҙәренән торған китап күргәҙмәһен тәҡдим итә

Һуҡырҙар өсөн республика махсус китапхана абонементы яҙыусы Владислав Крапивиндың әҫәрҙәренән торған китап күргәҙмәһен тәҡдим итә

Һуҡырҙар өсөн республика махсус китапхана абонементы, яҙыусы Владислав Крапивиндың тыуыуына 80 йыл тулыу айҡанлы, уның әҫәрҙәренән торған китап күргәҙмәһен тәҡдим итә.

Владислав Петр улы 1938 йылда Төмән ҡалаһында тыуған. Журналистика факультетында уҡып йөрөгән сағында уҡ, “Комсомольская правда” гәзитендә эшләй башлай. Тәүге китабы “Орион” рейсы” 1962 баҫыла.

1964 йылда СССР Яҙыусылар союзына ҡабул ителә. 1970-1980 йылдарҙа “Пионер” һәм “Уральский следопыт” журналдарында мөхәрририәт ағзаһы булып тора.

Бөтәһе төрлө телдә баҫтырылған 200-ҙән ашыу китабы донъя күрә. 2006 йылдан В. П. Крапивин исемендәге премия барлыҡҡа килә.

Күргәҙмәлә төрлө йылдарҙа баҫтырылған, һуҡырҙар өсөн яраҡлаштырылған китаптар тәҡдим ителә.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb