Һуҡырҙар өсөн республика махсус китапханаһы китаптары «Башҡортостандың иң яҡшы 100 тауары» конкурсында еңде

Һуҡырҙар өсөн республика махсус китапханаһы китаптары «Башҡортостандың  иң яҡшы 100 тауары» конкурсында еңде

Мәкәрим Төхвәтшин исемендәге Һуҡырҙар өсөн республика махсус китапханаһы 2023 йылғы «Рәсәйҙең иң яҡшы 100 тауары» Бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабында - «Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары» республика конкурсында еңеү яуланы.

Китапхана конкурсҡа дүрт өлөштән торған «Башҡорт халыҡ сәнғәте» тигән әсбаптар тупланмаһын тәҡдим иткән. Китаптар Брайль шрифты менән баҫылған һәм рельеф-графика һүрәттәре менән байытылған.

Китапхана конкурста даими ҡатнаша, тәүге тапҡыр улар 2014 йылда еңеү яулағайны. Ә быйыл «Башҡорттарҙың халыҡ сәнғәте: кейеҙ, биҙәкле кейеҙ, ҡорама тегеү» рельефлы-график ҡулланмаһы менән еңеү яуланылар. Пособиела башҡорттарҙың кейеҙ баҫыу, биҙәкле кейеҙ баҫыу һәм ҡорама ҡорау үҙенсәлектәре асыла.

Хәҙер китапхана конкурстың Рәсәй күләмендәге этабына әҙерләнә.

Һуҡырҙар өсөн республика махсус китапханаһы китаптары «Башҡортостандың  иң яҡшы 100 тауары» конкурсында еңде
Һуҡырҙар өсөн республика махсус китапханаһы китаптары «Башҡортостандың  иң яҡшы 100 тауары» конкурсында еңде

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb