Һуҡырҙар өсөн республика махсус китапханаһы “Тигеҙ мөмкинлектәр донъяһы” IX фестивалендә еңеүсе тип табылды

Һуҡырҙар  өсөн республика махсус китапханаһы “Тигеҙ мөмкинлектәр донъяһы” IX фестивалендә еңеүсе тип табылды

1 май “Сокольники” мәҙәниәт һәм ял итеү паркында “Тигеҙ мөмкинлектәр донъяһы” IX Фестиваленең еңеүселәрҙе һәм лауреаттарҙы бүләкләү тантанаһы үтте. 
“Шундай һөнәр бар” номинацияһында һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы сайты иң яҡшыһы тип танылды.
Был фестиваль 2010 йылдан башлап үткәрелә. Ә был йылда 48 региондан, Үзбәкстандан, Беларуссиянан, Молдовиянан 474 ғариза ҡабул ителә. Иң
популяр номинациялар “Йыл асышы” (109 ғариза), “Ғүмер дауам итә” (107 ғариза), “Бергәләп барыһын да булдырабыҙ” (71 ғариза).
Фестивалдең ойоштороусылары – “Берҙәм ил” инвалидтарға ярҙам итеү фонды, Бөтә Рәсәй инвалидтар ойошмаһы.
Бөтәһе 27 интернет-ресурс еңеүсе һәм лауреат тип табылды.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb