Һуҡырҙар өсөн республика махсус китапханаһында “А. Н. Толстойҙың рухи хазинаһы”

Һуҡырҙар өсөн республика махсус китапханаһында “А. Н. Толстойҙың рухи хазинаһы”

16 ғинуарҙа  Һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһында совет яҙыусыһы А. Н. Толстойҙың тыуыуына 130 йыл тулыу уңайынан, әҙәби сәғәт үткәрелде.
Сара барышында, китапхана ҡулланыусылары яҙыусының тормошо һәм ижады менән таныштылар.
Алексей Толстой 1883 йылдың 10 ғинуарында граф ғаиләһендә тыуған. Бәләкәй саҡтан ижадҡа ғашиҡ. Тәүге китабы – “Лирика” (1907) һәм “Һайыҫҡан әкиәттәре” (1910). Фантастик әҫәрҙәр ҙә яҙа (“Аэлита”, “Инженер Гарин гиперболоиды”).
1929-1945 йылдарҙа “Петр Беренсе” романы өҫтөндә эшләй.
Балалар өсөн “Алтын асҡыс, йәки Буратино мажаралары” әкиәтен яҙа. Буратиноның прототиб ы Карло Коллодиның Пиноккиоһынан алынған.
Әҙәби сәғәт тә тап ошо әкиәт буйынса викторина һорауҙарына яуап биреүгә ҡоролдо.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb