Һуҡырҙар өсөн республика махсус китапханаһында “Библиотөн” Бөтә Рәсәй акцияһы рамкаһында “Өфө библиоэңерҙәре” уҙасаҡ

Һуҡырҙар өсөн  республика махсус китапханаһында “Библиотөн” Бөтә Рәсәй акцияһы рамкаһында “Өфө библиоэңерҙәре” уҙасаҡ

21 апрелдә  Һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһында йыл һайын үткәрелгән “Библиотөн” Бөтә Рәсәй акцияһы рамкаһында сираттағы “Өфө библиоэңерҙәре” ойошторола.
Быйылғы тема – “Китап тылсымы”. “Библиотөн-2018” акцияһын РФ Мәҙәниәт министрлығы һәм “Мәҙәниәт. РФ” йола һәм мираҫ Рәсәй мәҙәниәт порталы ойоштора.

Махсус китапханала йылдағыса бер-нисә майҙан эшләйәсәк.

М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы фондынан килтерелгән А. Э. Тюлькиндың күргәҙмәһе башҡорт еренең гүзәллеге тураһында һөйләйәсәк. Тағы ла тыуған еребеҙҙең байлығын, матурлығын, тарихын халыҡҡа еткереүҙә беҙҙең дуҫтарыбыҙ, партнерҙарыбыҙ – Башҡортостан Республикаһының Милли музейы, Республика Хәрби дан музейы ярҙам итәсәк.

Иң кескәйҙәр өсөн фойела, ҡулдан башҡарылған тактиль китаптар күргәҙмәһе булдырыласаҡ.
Павильондарҙа ҡунаҡтарҙы төрлө конкурстар, әҙәби һәм интеллектуаль уйындар,һәүәҫкәр артистарҙан торған театр, викторина, квест, китап күргәҙмәләре, танылған яҙыусылар, артистар, рәссамдар менән осрашыу көтәсәк.

Айырым иғтибар бөйөк рус яҙыусыһы, драматургы, шағиры, публицисы, тәржемәсеһе, ғөмүмән, классигы – Иван Тургеневҡа биреләсәк.

Майҙандарҙың береһендә Брайль китабының һәм башҡорт Брайль шрифтының килеп сығыу тарихы менән таныштырасаҡтар. Теләүселәр “Өфө библиоэңерҙәре көндәлеге”н булдырыуҙа ҡатнаша ала.
Һәр ҡунаҡ“Автограф” әҙәби бүлмәһендә яҙыусы, журналист, “Урам балалары” китабының авторы Айгиз Баймөхәмәтов менән осраша ала.

Акция бүләкләү тантанаһы һәм Мәҙәниәт йорто артистарының концерты менән тамамланасаҡ.
Сара программаһы 17:00 сәғәттә башлана.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb