Һуҡырҙар өсөн республика махсус китапханаһында “Библиотөн” Бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә “Өфө библиоэңерҙәре” үтте

Һуҡырҙар өсөн республика махсус китапханаһында “Библиотөн” Бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә “Өфө библиоэңерҙәре” үтте

Күптән түгел-21 апрелдә Һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһында  “Библиотөн” Бөтә Рәсәй акцияһы рамкаһында сираттағы “Өфө библиоэңерҙәре” үтте.

Быйылғы тема – “Китап тылсымы”. “Библиотөн-2018” акцияһын РФ Мәҙәниәт министрлығы һәм “Мәҙәниәт. РФ” йола һәм мираҫ Рәсәй мәҙәниәт порталы ойошторҙо.
Махсус китапханала йылдағыса бер-нисә майҙан эшләне. М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы фондынан килтерелгән А. Э. Тюлькиндың күргәҙмәһе эшләне. Тағы ла тыуған еребеҙҙең байлығын, матурлығын, тарихын халыҡҡа еткереүҙә– Башҡортостан Республикаһының Милли музейы, Республика Хәрби дан музейы ярҙам итте.

Иң кескәйҙәр өсөн фойела, ҡулдан башҡарылған тактиль китаптар күргәҙмәһе ойошторолғайны.
Павильондарҙа ҡунаҡтарҙы төрлө конкурстар, әҙәби һәм интеллектуаль уйындар,һәүәҫкәр артистарҙан торған театр, викторина, квест, китап күргәҙмәләре, танылған яҙыусылар, артистар, рәссамдар менән осрашыу үтте.
Сараға килеүселәр майҙандарҙың береһендә Брайль китабының һәм башҡорт Брайль шрифтының килеп сығыу тарихы менән таныштылар.
Акция бүләкләү тантанаһы һәм Мәҙәниәт йорто артистарының концерты менән тамамланды.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb