24 ғинуар көнө Һуҡырҙар өсөн республика махсус китапханаһында “Донъя бөтәһенә лә бер” китап күргәҙмәһе асылды. Ул Рәсәй Федерацияһында Волонтерлыҡ һәм Теләктәшлек йылына һәм Башҡортостан республикаһында Ғаилә йылына арналды.
Күргәҙмә дүрт бүлектән тора: тигеҙ мөмкинлектәр донъяһы, үҙенсәлекле бала донъяһы, изгелек төйөндәре менән илһамланған донъя, күмәкләгән яу ҡайтарған.
Психология, коррекцион педагогика, ғаилә тәрбиәһе, инвалид балаларҙың социаль адаптацияһы, һуҡырҙар һәм насар күреүселәр өсөн махсус әҙәбиәт тәҡдим ителә.