Һуҡырҙар өсөн республика махсус китапханаһында Лорма азбукаһын өйрәнәләр

Һуҡырҙар өсөн республика махсус китапханаһында Лорма азбукаһын өйрәнәләр

2017 йылдың ноябренән алып Һуҡырҙар өсөн республика махсус китапханаһында Лорма азбукаһына өйрәтеү башланды. Өфөлә был азбуканы туған телдә өйрәнеү, педагогика институтының 4 курс студенткаһы Шайхайдарова Р. Ф. Һәм психология һәм махсус педагогика кафедраһы доценты Ҡасимова Э. Г. тарафынан булдырылды. Уҡытыу башҡорт, татар һәм рус телдәрендә алып барыла. 
Ғилми эш “Ғилем һәм белем биреү”, һуҡыр-һаңғырауҙарға ярҙам итеү фонды “Берләшеү” программалары рамкаһында башҡарылды.

Бөгөнгө көнгә тиклем махсус китапхана фондын Брайль шрифты менән баҫтырылған китаптар ғына тәшкил итә ине.
Ләкин аралашыуҙың башҡа ысулдары ла бар.
Ул – Лорма коды. Сит илдә ул киң таралған. Азбуканы рус теленә Юрий Крылатов тәржемә иткән. 
Дактилологиянан айырмалы рәүештә, Лорма кодының төп маҡсаты – һиҙемләүгә ҡайтып ҡала. Шулай уҡ, ошо азбука буйынса һаңғырауҙар ишетеүсе һуҡырҙар менән дә аралаша ала. Бының өсөн махсус һүрәттәр төшөрөлгән карточкалар ҡулланыла. 
Был аралашыу системаһының үҙенсәлектәре:
- Лорма коды буйынса аралашырға өйрәнеү еңел үҙләштерелә;
- Дактилология етешһеҙлектәренән азат;
- Төрлө группа инвалидтары менән аралашыу өсөн дә уңай.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb