Махсус китапхана абонементы Марина Цветаева иҫтәлегенә “Күңел ҡанатланғанда...” китап күргәҙмәһен аса. Бында китапхана фондында булған китаптар тәҡдим ителә.
8 октябрь шағирә Марина Цветаеваның тыуыуына 125 йыл тулды. Шағирә, тәржемәсе, биографик эсселар һәм тәнҡит мәҡәләләре авторы ХХ быуаттың иң яҡты йондоҙо тип һанала.
Марина Мәскәү ҡалаһында күренекле филолог, сәнғәт эшмәкәре, профессор Иван Цветаев һәм профессиональ пианистка, Николай Рубинштейндың уҡыусыһы Мария Мейн ғаиләһендә тыуа. Күрәһең, ата-әсәһенең ижади профессиялары ҡыҙыҡайға тамға һалғандыр. Әсәһе уны фортепианола уйнарға өйрәтә һәм бөйөк музыкант итеп күрергә хыялланһа, атаһы ҡыҙҙа әҙәбиәткә һөйөү тәрбиәләй.
Күп йылдар Маринаға әсәһе менән сит илдә йәшәргә тура килә. Шуға күрә лә ул француз, немец телдәрендә иркен аралаша. Алты йәшенән үк туған телендә генә түгел, ә сит телдәрҙә лә, күберәген хатта француз телендә лә шиғырҙар ижад итә. Ә инде шиғырҙарын баҫтыра башлағас, Мәскәү символистары менән тығыҙ бәйләнешкә инә, “Мусагет” нәшриәте тарафында булған әҙәби түңәрәктәр эсендә ҡайнай. Тиҙҙән Граждандар һуғышы башлана. Был йылдар мораль яҡтан ҡыҙыҡайға ауыр бирелә. Тыуған иленең аҡтарға һәм ҡыҙылдарға бүленеүен ҡабул итмәй. 1922 йылдың яҙында Чехияға күсеп китә.
1992 йылда Усень-Ивановск ауылы янында Марина Цветаеваға һәйкәл асыла. Уның авторы Өфө ҡалаһында йәшәүсе Ю. Ф. Солдатов. 1993 йылда һәйкәлдән йыраҡ түгел ерҙә музей ҙа асыла.
Цветаеваның мираҫтары менән танышҡан саҡта, бер хат табыла. Был хат Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе Усень-Ивановскийҙа йәшәгән М. Волошинға 1911 йылдың 26 июлендә ебәрелгән була.1911 йылдың 5 майында Цветаева Крымға Волошин янына килгән булып сыға. Шулай уҡ, уның янына Маринаның туғаны Анастасия һәм Сергей Эфрондың да килеүе асыҡлана. 8 июль Марина менән Сергей Өфө далаларына ҡымыҙ менән дауаланырға киләләр.