Һуҡырҙар өсөн махсус китапханала республика семинары үтте

Һуҡырҙар өсөн махсус китапханала республика семинары үтте

22 мартта Башҡортостан республикаһының Мәҙәниәт министрлығы һәм Һуҡырҙар өсөн республика махсус китапханаһы “Үҙенсәлекле бала донъяһы” республика семинарын уҙғарҙы.
Семинарҙың маҡсаты – китапхана хеҙмәтләндереүе ысулдары, социомәҙәниәт формалары һәм методтары менән инвалид балаларҙы реабилитациялау мәсьәләләрен ҡарау.

Семинар эшендә республиканың яуаплы министрлыҡтар һәм идаралар вәкилдәре, Дөйөм тарих һәм мәҙәни мираҫ кафедраһы, М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның ғилми-эҙләнеү лабораторияһы һәм “Мәрхәмәт” белем биреү шәфҡәтлелек ,фонды, 28-се махсус Өфө дөйөм белем биреү интернат-мәктәбе ҡатнашты. 
Шулай уҡ, семинарҙа ҡатнашырға инвалидтар менән эшләгән республиканың дөйөм хеҙмәтләндереү китапханалары, махсус китапхана пункттары белгестәре саҡырылғайны.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb