Һуҡырҙар өсөн республика махсус китапханаһында “Үҙенсәлекле бала донъяһы” республика семинары үтә

Һуҡырҙар өсөн республика махсус китапханаһында  “Үҙенсәлекле бала донъяһы” республика семинары үтә

 22 мартта Башҡортостан республикаһының Мәҙәниәт министрлығы һәм Һуҡырҙар өсөн республика махсус китапханаһы “Үҙенсәлекле бала донъяһы” республика семинарын үткәрә.
Семинарҙың маҡсаты – китапхана хеҙмәтләндереүе ысулдары, социомәҙәниәт формалары һәм методтары менән инвалид балаларҙы реабилитациялау мәсьәләләрен ҡарау. Семинарҙа түбәндәге һорауҙар планлаштырыла:
-   Ошо категориялағы балаларҙың белем алыу эшмәкәрлегенә стимул барлыҡҡа килтереү һәм әүҙемлек уятыу, уларҙы реабилитациялау һәм йәмғиәтләштереү буйынса психологик-педагогик практик эштәр булдырыу;
-   Күреү һәләте үтә ныҡ боҙолған балаларҙың реотехнографик донъяны өйрәнеүе. Проект эшмәкәрлеге тәжрибәһе.
-   Күреү һәләте боҙолған балаларҙың донъяны ҡабул итеү спецификаһы һәм үҙенсәлектәре;
-   “Үҙенсәлекле” балалар китапхана киңлегендә;
-   Һаулығы сикле балаларҙы социаль реабилитациялау һәм уҡытыу буйынса һорауҙарҙы хәл итеү менән профессиональ рәүештә шөғөлләнгән ойошмалар менән партнер мөнәсәбәттәр булдырыу.
Семинар эшендә республиканың яуаплы министрлыҡтар һәм идаралар вәкилдәре; Дөйөм тарих һәм мәҙәни мираҫ кафедраһы, М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның ғилми-эҙләнеү лабораторияһы һәм “Мәрхәмәт” белем биреү шәфҡәтлелек фонды, 28-се махсус Өфө дөйөм белем биреү интернат-мәктәбе ҡатнаша. 
Шулай уҡ, семинарҙа ҡатнашырға инвалидтар менән эшләгән республиканың дөйөм хеҙмәтләндереү китапханалары, махсус китапхана пункттары белгестәре саҡырыла.
Республика семинары 2018 йыл 22 март көнө Өфө ҡалаһы, Киров урамы, 47, адресы буйынса һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһында уҙасаҡ. 
Ҡатнашыусыларҙың теркәлеү ваҡыты 09.30 – 10.00 сәғ.
Республика семинарының башланыу ваҡыты 10.00 сәғ.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb