«Һуңғы йәйләү» спектакле «Театр кешеһе» халыҡ-ара фестивалендә ҡатнаша

«Һуңғы йәйләү» спектакле «Театр кешеһе» халыҡ-ара фестивалендә ҡатнаша

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының «Һуңғы йәйләү» («Йот») спектакле Силәбелә «Театр кешеһе» халыҡ-ара фестиваль-лабораторияһында ҡатнаша. Фестиваль 3 мартта Яңы художестволы театр сәхнәһендә старт ала.
Был фестиваль - лаборатория 3 йыл элек Яңы художество театры тарафынан ойошторолдо. Бөгөнгө көндә «Театр кешеһе» форумы Рәсәй һәм сит ил театрҙарының иң лайыҡлы спектаклдәрен бергә йыйып танышыу өсөн абруйлы майҙанға әүерелгән. Силәбегә был юлы Сербия, Израиль, Молдова, Грузиянан театр коллективтары ла килә. «Һуңғы йәйләү» спектакле үҙәктә төп герой һәм был образға һалынған йөкмәтке менән форум шарттарына ярашлы фестивалдең «бәләкәй форма» бүлегендә уйнала.
Сығыштар өс майҙанда барасаҡ. Спектаклдәр һәм улар буйынса эксперт жюриның фекер алышыуҙары онлайн аша биреләсәк. Шуныһы мөһим, сайтта был мәғлүмәттәргә форум тамамланғандан һуң да ярты йыл дауамында әйләнеп ҡайтырға мөмкин.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb