Үткән аҙнала Өфөлә «Һылыуҡай-2017» республика гүзәллек бәйгеһе уҙҙы. 25 йыл рәттән уҙғарылып килгән сараның быйылғы ойоштороусылары – Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге һәм «Туған тел» музыкаль-күңел асыу телеканалы.
"Һылыуҡай" тажы өсөн Башҡортостан райондары һәм ҡалаларынан 16 ҡыҙ ҡатнашты. Гүзәллек бәйгеһендә Гран-при титулын Өфө ҡалаһынан Земфира Байдәүләтова яуланы, һылыуҡай ынйы таж менән бүләкләнде.
Ҡазан ҡалаһы һылыуы Ынйы Иҙелбаева беренсе, Ырымбурҙан Зилиә Агишева һәм Балтас районынан Юлиана Әмирйәнова икенсе урын яуланылар. Ә өсөнсө урынды өс ҡыҙ бүлеште, улар: Нефтекаманан Алина Ғилмәтова, Салауат районынан Диана Шөғәйепова һәм Белорет районынан Әдилә Әлибаева. Еңеүсе һылыуҙар Төркиәгә ял путевкалары, ҡиммәтле биҙәүестәр, һәм затлы күн кейемдәре менән бүләкләнде.
Конкурсант ҡыҙҙар Экология йылына арналған башҡорт бейеүе һәм заманса хореография бәйгеләрендә үҙҙәрен күрһәтте. Башҡорт эстрадаһының популяр башҡарыусылары менән дуэтта йырланылар, билеттар буйынса һорауға яуап бирҙеләр, киске күлдәктәрҙә дефиле күрһәттеләр.