«Һылыуҡай – 2018» бәйгеһенең финалына 12 сибәр ҡыҙ үтте

«Һылыуҡай – 2018» бәйгеһенең финалына 12 сибәр ҡыҙ үтте

Күптән түгел Өфөлә «Һылыуҡай – 2018» республика конкурсының финалсылары билдәле булды. Һайлап алыу турына Башҡортостандың төрлө төбәктәренән килгән ҡыҙҙар араһынан иң сибәр 12 һылыу ҡыҙ ғына финалға сығыу бәхетенә эйә булды.

Ғәҙәттәгесә, ҡыҙҙар үҙҙәре менән таныштырҙы, йырлап, бейеп һәм дефиле күрһәтте.

 Бәйгенең шарттары буйынса, башҡорт әҙәби телен яҡшы белеүҙән тыш, ҡыҙҙар тәбиғи матурлыҡҡа һәм мөләйемлеккә эйә булырға тейеш.

«Һылыуҡай – 2018» бәйгеһенең финалына үтеүсе ҡыҙҙар исемлеге:

Наҙгөл Әйүпова (Ейәнсура районы)

Зилә Ғатауллина (Ҡыйғы районы)

Эльвина Ғәзизуллина (Бишбүләк  районы)

Розалина Ғисмәтуллина (Көйөргәҙе районы)

Азалия Заһитова (Мәскәү)

Гүзәлиә Ишмөхәмәтова (Өфө)

Әлфинә Кашапова (Әлшәй районы)

Зөһрә Муллағәлина (Өфө)

Гөлсиә Нәҙершина (Бөрйән районы)

Гөлдәр Смакова (Ауырғазы районы)

Аделия Фәйзуллина (Өфө)

Илзирә Әсмәндиәрова (Балаҡатай районы)

Ҡыҙҙар финал концертына әҙерләнеү менән шөғөлләнә.

«Һылыуҡай-2018» республика гүзәллек бәйгеһе 23 мартта «Башҡортостан» дәүләт концерт залында уҙасаҡ.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb